Бөгөн ҡаланың Ағиҙел яры нисек күренә? Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проект менән таныштырҙы. Ул Бөтә Рәсәй конкурсының былтырғы еңеүселәренең береһе.
2022 йылда Дүртөйлө Ағиҙел, Ишембай, Мәләүез һәм Яңауыл ҡалалары иҫәбендә еңеү яуланы. Дүртөйлөлә проект уйланылған. Иң мөһиме, халыҡ менән килешелгән. Уны тормошҡа ашырыуға финанс - федераль һәм республика ҡаҙнаһынан бүленә. Эш һауа торошо мөмкинлек биргәс тә башлана.
Дүртөйлөнән тыш, республиканың башҡа төбәктәрендә лә проекттар күп. Төҙөкләндереү күләме ҙур - парк, скверҙар, ял итеү зоналарын, ихаталарҙы үҙ эсенә ала. Был эш беҙҙең өсөн оло әһәмиәткә эйә, тип яҙған Башҡортостан башлығы. .