2017 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы спортсыларын форма менән тәьмин итеүсе ойошмала ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн уңайлы спорт кейеме төҡдим ителә. Апрелдә Башҡортостанда экипировка етештереү буйынса фабрика асылыуы көтөлә. Ҡеүәтле цехта 300-ән ашыу яңы эш урыны булдырыласаҡ. БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Өфөлә асылған «Заспорт» экипировка кибете билдәле кейем бренды булып тора. Рәсәй йыйылма командаһы спортсылары Олимпия уйындарында тап ошо костюмдарҙа сығыш яһай. Кибетте асыу тантанаһында шорт-трек Олимпия уйындары чемпионы Семен Елистратов та ҡатнашты.
Экипировка әйберҙәрен тегеү фабрикаһы тиҙҙән Башҡортостанда асылыр тип көтөлә. «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе резиденты «Заспорт» компанияһында 300-ән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа килер тип күҙаллана.
Донъя кимәлендәге дизайнерҙарҙың рейтингы буйынса Кореяла, Ҡытайҙа ойошторолған Олимпия уйындарында «Заспорт» экипировкаһы иң зауыҡлы һәм заманса тип баһаланған.
Төбәктә «Заспорт» фабрикаһы асылыу менән йылына 500 мең берәмек спорт кейеме тегелә башлаясаҡ. Үҙенсәлекле экипировка уңайлыҡтары менән профессиональ спортсылар ғына түгел , көйәрмәндәр, әүҙем тормошто яҡын күреүсе һәр кем файҙалана аласаҡ.
Флорида Ким