Баш ҡаланың 105-cе гимназияһында йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Фекер алышыуҙа федераль именлек хеҙмәте ветерандары, баш ҡала һәм республиканың хәрби-патриотик музейҙары вәкилдәре ҡатнашты. Сығыш яһаусылар илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙе мәктәп эскәмйәһенән башлауҙың мөһимлеген билдәләне, уҡыусыларҙы ил азатлығы өсөн башын һалған яугирҙарҙың ҡаһарманлыҡ өлгөләре менән таныштырҙы.
Осрашыуҙа мәктәптәрҙә патриотик тәрбиә эшен ойоштороусы уҡытыусыларға рәхмәт хаттары тапшырылды. Быуындар бәйләнешен нығытҡан осрашыу өлкән һәм йәш быуын вәкилдәре өсөн дә фәһемле үтте. Ойоштороусылар бындай сараларҙың артабан да дауам ителәсәген белдерҙе.