Өфөлә «Минең беренсе клип» белем биреү-практик лабораторияһы үҙ эшен башланы

«7-медиа» студияһы видео, клип төшөрөргә өйрәнергә теләүсе 30 ҡатнашыусыны ижади майҙанға йыйҙы. Башҡортостан Башлығы гранты, Драматургия һәм режиссура үҙәге ярҙамында тормошҡа ашырылған проект бер нисә этаптан тора. Тәүҙә ҡатнашыусылар музыкаль клип төшөрөү буйынса теоретик белем ала, һуңынан уларҙы съемка һәм монтажлау эштәре көтә. Оҫталыҡ дәрестәре заказсы менән эшләү, сценарий яҙыу, съемка майҙансығында яҡтыртыу ҡоролмаларын урынлаштырыу кеүек темаларға арналған.

«Минең беренсе клип» лабораторияһында ҡатнашыу өсөн махсус белем һәм үҙ техникаң булыуы мотлаҡ түгел. Яҡын арала ҡатнашыусыларҙан тупланған командалар өс йырсыға музыкаль клип төшөрәсәк. Уларҙың презентацияһы 15 мартта Өфөнөң «Родина» кинотеатрында үтә.