Өфөлә Арктиканы өйрәнеүсе Ерминия Жданкоға арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә Арктиканы өйрәнеүсе тәүге ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе Ерминия Жданкоға арналған «Шәфҡәт туташы өлгөһө» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Башҡорт дәүләт медицина университетында урынлашҡан күсмә күргәҙмәне Валериан Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейы ойошторған.

Штурман Валериан Альбанов менән шәфҡәт туташы Ерминия Жданко 1912 йылда уҙғарылған Георгий Брусилов экспедицияһында ҡатнашҡан. Яңыраҡ ҡына музей фонды үҙенсәлекле экспонаттар менән тулыланған. Ерминия Жданконың һеңлеһе Ирина Ходкинаның ғаилә архивында судноның Санкт-Петербургтан Карск диңгеҙендәге Вайгач ярымутрауына юлланған ваҡытында яҙылған хаттар һаҡланған. Ул хаттарҙың береһен һәм быға тиклем киң йәмәғәтселеккә билдәле булмаған фотоһүрәттәрҙе Ирина Васильевна Валериан Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейына бүләк иткән.

Хаттарҙа 21 йәшлек Ерминия Жданконың уйланыуҙары яҙылған. Ике туған ағаһы ойошторған экспедицияла табиптар ҡатнашыуҙан баш тарта.. Ерминия Жданко экспедиция дауамында экипаж ағзаларына медицина ярҙамы күрһәтергә ризалаша. Шулай уҡ ул борт журналын алып барған.

Елена Ильина, Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы ғилми хеҙмәткәре

Экспонаттар араһында Ерминия Жданко менән бәйле документтар, фотоһүрәттәр тәҡдим ителгән. Күргәҙмәне асыу сараһында Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары, Бшҡортостан буйынса «Ҡыҙыл тәре» ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.