Башҡортостанда бөгөн “Урман” операцияһы башланды

Ул ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуға юл ҡуймау маҡсатында уҙғарыла. Профилактик сара барышында Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре, полиция, дәүләт техник күҙәтеү хеҙмәте вәкилдәре,  урман инспекторҙары менән берлектә рейдтар ойошторола. Законһыҙ ағас киҫкән өсөн  граждандарға 5 мең, юридик шәхестәргә 500 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.