22 майҙан 28-нә тиклем «Берҙәм Рәсәй» партияһы праймеризы уҙа

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылышына «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар һайлауға әҙерлек буйынса төбәк сәйәси советы президиумы менән ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Көн тәртибендә алдан тауыш биреүгә әҙерлек буйынса саралар планы ҡаралды.

Дәүләт - Йыйылышы Ҡоролтайға депуттар һайлау быйыл көҙгә билдәләнгән. Сит илдә гражданлығы һәм финанс иҫәбе булмаған, хөкөмгә тарттырылмаған һәр кем кандидатлыҡҡа дәғүә итә ала. Документтар Өфө ҡалаһы Цюрупа урамы 17 адресы буйынса 27 апрелгә тиклем ҡабул ителә.