Тимер юл хеҙмәткәрҙәре Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығы инспекцияһы менән берлектә рулдәгеләргә белешмә таратты. Рейд юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеүҙе, водителдәрҙең иғтибарын арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Куйбышев тимер юлдарының Башҡортостан биләмәһендә йыл башынан бер авария ла булмаған. Былтыр ике тимер юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ике осраҡта ла водителдәрҙең ҡағиҙә боҙоуы сәбәпсе тип билдәләнгән. Тимер юл транспорты башҡа машиналарҙан өҫтөнлөклө. Поезд килеү- килмәүен иғтибар менән ҡарарға кәрәк, шлагбаум ябыҡ осраҡта хәрәкәт итергә ярамай. Тимер юлы аша үткәндә ҡағиҙә боҙған өсөн 5 мең һумлыҡ штраф, йә 3 айҙан 6 айға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм итеү ҡаралған.