Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре балаларға экскурсия ойошторҙо

Тәжрибәле инспекторҙар үҙҙәренең һөнәре тураһында һөйләп, инспекцияның музейы менән таныштырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Инспектор ролендә - балалар. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән кескәйҙәрҙең күптәнге хыялы тормошҡа ашты. Үҫкәс инспектор булырға теләгән Альбина менән Ильяс патруль машинаһына ултырып, үҙҙәрен яуаплы һөнәрҙә һынап ҡараны.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына ҡунаҡҡа килгән балаларға экскурсия ойошторолдо. Кескәйҙәр музейҙағы экспонаттарҙы ҡарап, идаралыҡтың тарихы менән танышты, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр менән аралашты.

Юлдағы тәртип ябай ҡағиҙәләр үтәлешенә ҡайтып ҡала һәм балаларҙың яуаплы, иғтибарлы булып үҫеүе тәрбиәнең бер өлөшө булып тора. Инспектор булыу хыялы менән үҫкән малай-ҡыҙҙарҙың, әлбиттә, һөнәри ҡараштары үҙгәреүе ихтимал. Әммә бай йөкмәткеле экскурсия уларҙың хәтерендә ҡалыр һәм ҡағиҙәләрҙе үҙләштерергә ярҙам итеренә шик юҡ.

Флорида Ким