Башланғыс нигеҙендә маҡсатлы эш алып барыла. Ошо көндәрҙә Әбүбәкер ауылында бер нисә район вәкиле ҡатнашлығында осрашыу үтте. Йәмәғәтселәр гүзәл заттар араһында эскелекте кәметеү, сәләмәт тормошто пропагандалау алымдарын барланы. Ошо уңайҙан ҡыҫҡа метражлы «Быйма» фильмы, Әбүбәкер ауылының һәүәҫкәр артистары ҡуйған «Ҡыҙыл итектәр» спектакле күрһәтелде.
«Айыҡ ҡатын» проекты сиктәрендә гүзәл заттар менән төрлө белгестәр эшләй. Осрашыуҙа психолог менән күнекмә үткәрелде. Сәләмәт тормош алып барған 74 йәшлек Мәрйәм Хәйҙәрова оҫталыҡ дәресе күрһәтте.