Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» проектының телемарафоны үтте

Яҡынлашып килгән яҙҙың тәүге байрамы уңайынан Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» проектының сираттағы телемарафоны үтте. Асыҡ академияла һәр ваҡғыттағыса һаулыҡ һәм матурлыҡ, балалыҡ һәм әсәлек, психология һәм үҙаллы үҫеш кеүек төрлө яҡлы темалар күтәрелде. Унда төрлө өлкә белгестәре ҡатнашты. Өс сәғәтлек эфир барышында ҡунаҡтар үҙ миҫалында ғаилә һәм карьера, уңыштары тураһында фекер алышты.

Даими рубрикаларҙың береһендә ауыр тормош һынауын үткән ике ҡатын-ҡыҙҙың тулыһынса образы үҙгәрелде. Улар менән тәжрибәле психологтар, стилистар эшләне. Асыҡ академиянан республика башлығы ла ситтә ҡалманы. Радий Хәбиров проекттың республика өсөн мөһим булыуын билдәләне. Байрам сығарылышы уңайынан ул төбәк гүзәл заттарын тәбрикләне Әйткәндәй, 2019 йылдан тормошҡа ашырылған проект бөгөн Башҡортостандың 29 район-ҡалаһында уҙған.