Күгәрсен районының Бикбулат ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында район данын яҡлаясаҡ

Айыҡ ауыл Бикбулатта ойошторолған «Беҙ Ҡыпсаҡ ырыуы-Лоҡман Хәким нәҫеленән» шәжәрә байрамы хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Нәҫел ептәрен барлауға, туғанлыҡ хистәрен нығытыуға арналған байрам ҡыпсаҡ ырыуынан булған ғаиләләрҙе берләштерҙе. Сараға Бикбулаттан сыҡҡан билдәле шәхестәр, Татарстанда эшләүсе яҡташтар, Өфөнән йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә саҡырылғайны. Мәртәбәле ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышында ил азатлығы өсөн баштарын һалған һалдаттар иҫтәлегенә сәскә һалды.

Бикбулат ауылына 1773 йылда Бикбулат Нияҙғолов нигеҙ һалған. Көҙән, Вағөй, Осҡаныш, Тубал, Һуйыр, Бире аралары ғүмер иткән. Ҡыпсаҡ ырыуынан булған һәр ара ете быуынға тиклем нәҫел шәжәрәһен өйрәнгән.

Бикбулаттар тормош- көнкүреше, шөғөлдәре менән ете тирмәлә таныштырҙы. Станоктар, хеҙмәт ҡоралдары, боронғо һауыт-һаба өлгөләрен һәр кем ҡыҙыҡһынып ҡараны. Ҡунаҡсыл хужабикәләр «Айыҡ ауыл» байрамына килгән ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтар менән дә һыйланы.

Байрамдың рәсми өлөшө Бикбулат ауылы мәҙәниәт йортонда үтте. Ауыл халҡы сараға етди әҙерләнгән. Мәҙәниәт усағы фойеһы ауыл тарихына, арҙаҡлы яҡташтар эшмәкәрлегенә арналған стендтар менән биҙәлде. Ә сәхнәгә бер-бер артлы ауыл тормошо, милләт яҙмышы өсөн янып йәшәүселәр күтәрелде.

Бикбулат ауылы тарихын, нәҫел ептәрен барлаған байрам һәүәҫкәр артистарҙың сығыштары менән үрелеп барҙы. Тамырҙарҙы нығытыусы байрамдан олоһо-кесеһе рух күтәреңкелеге һәм яҡшы кәйеф алып таралды.

Гүзәл Борханова