Ул ун йылға яҡын быяланан фьюзинг технологияһы ярҙамында әйберҙәр етештерә. Махсус ҡорамалдар ярҙамында ҡырҡып алынған быяла киҫәктәре төрлө төҫтәргә буялып ҡыҙыу мейестә яндырыла. 12 сәғәт , йә унан да күберәк ваҡыт эсендә сәнғәт әҫәре хасил була. Экспозицияла йорт йыһаздары, панно, тәрилкә, көршәк, биҙәүестәр тәҡдим ителгән.