Өфөлә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, музыкант Бисер Кировты иҫкә алдылар

Советтар Союзының «иң билдәле Болгария вәкиле» булараҡ танылған йырсы тураһында документаль фильм «Родина» кинотеатрында күрһәтелде. Фильмда билдәле сәнғәт әһелдәре, телевидение вәкилдәренең музыкант тураһындағы хәтирәләре тупланған.

Коллегалары билдәләүенсә, йырсы Рәсәйҙе ижади Ватаны тип иҫәпләгән. Уның башҡарыуындағы «Ямғыр», «Бәхет ҡошо» кеүек йырҙар бөгөн дә популяр. Композициялар хәтер кисәһендә лә яңғыраны.

Шулай уҡ ошо көндәрҙә Болгария биләмәһен Ғосман империяһы иҙеүенән азат ителеүгә 145 йыл тула. Был йәһәттән майҙанда Башҡортостандағы Болгария вәкилдәре ойошмаһы ағзалары ҡатнашлығында тантаналы сара ойошторолдо.

Был тарихи дата Болгария халҡы өсөн бик мөһим. Хәтер кисәһен ошо юбилейға арнап ойошторҙоҡ. Бисер Кировҡа килгәндә, ул Советтар Союзы, Рәсәй менән ниндәйҙер мәғәнәлә дипломат ролен үтәне.

Александр Козлов, Болгарияның Өфөләге почетлы консуллығы вице-премьеры