Дмтриева Поляна ауылында уҙған байрам район ҡатын-ҡыҙҙар советы тарафынан «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Ҡатнашыусылар йыр- бейеү, ҡул эштәре, аш- һыу оҫталығы кеүек һынауҙар буйынса ярышты. «Йәш леди» дүрт этапта үтте. 16 ҡыҙ араһынан Иҫке Сикәй ауылынан Екатерина Миникееваға етеүсе булманы. Конкурсанттарға төрлө номинация буйынса дипломдар тапшырылды.