Бөгөн төҙөлөш урынында 10 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләйәсәк корпус нигеҙенә тәүге свайҙар ҡағылды. Административ-хужалыҡ бинаһынан тыш бындай корпустар икәү буласаҡ. Радий Хәбиров белдереүенсә, был өҫтөнлөклө инвестиция проекттарының береһе. Уның хаҡы миллиард ярым һумға етә яҙа.
Үҙ сиратында властар инженер инфраструктураһы: юл, йылылыҡ, һыу, электр менән ярҙам итәсәк. Потенциаль резиденттар исемлеге билдәләнгән дә инде. «Өфө компрессор заводы» менән «Геомеханика» фәнни-техник үҙәге шулар иҫәбендә. Дөйөм алғанда, Башҡортостандың төрлө райондарында 12 индустриаль парк һәм 18 технопарк теркәлгән. Республика башлығы сәнәғәт предприятиеларын үҙҙәренең инвестиция проекттарын тормошҡа ашырырға саҡырған.