Бөгөндән республика биләмәһендә «Урман» ведомство-ара оператив-профилактика операцияһы эш башланы

Ике аҙна дауамында барасаҡ акция рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусыларҙы асыҡлау маҡсатында алып барыла. Закон боҙоусылар ете йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү кеүек административ һәм енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Ағас үҫентеләрен рөхсәтһеҙ ҡырҡҡан, йә тәләфләгән хәлдә граждандарға 3 меңдән 5 мең һумға тиклем, вазифалылар 50 меңгәсә, ә юридик ойошмаларға 500 мең һумға тиклем административ штраф һалыу ҡаралған. Шулай уҡ яуаплылыҡҡа тарттырылыусы урман фондына килтерелгән зыян күләмен дә ҡапларға бурыслы.