Өфөнөң Затон биҫтәһендәге 46-сы лицейҙа заманса медиаүҙәк асылған

Тик-ток түгел, ә ысын «Яңылыҡтар» сығарылышы һәм нәфис тапшырыуҙарҙы Өфөнөң Затон биҫтәһендәге 46-сы лицей уҡыусылары төшөрәсәк. Белем усағы заманса медиаүҙәк асып уҡыусыларҙы журналистика, операторлыҡ һәм ораторлыҡ оҫталығы нигеҙҙәренә өйрәтә. Кәрәкле ҡоролмалар грант аҡсаһына һатып алынған.

Лицейҙағы телевидениены балаларҙыҡы тип әйтмәҫһең дә. Эш профессиональ кимәлгә яҡынлаштырып ойошторолған. Яҙмаларҙы әҙерләү планёрканан башлана. План билдәләнгәс медиаүҙәктә ҡыҙыу эш башлана. Геройҙар эҙләү, интервью яҙҙырыу, һорауҙар үткәреү. Яҙмалар әҙер булғас, уҡыла һәм монтажлана. 1700 бала уҡыған мәктәптә темалар аҙ түгел.

Теле- һәм радиокадрҙар үҙәге Затон биҫтәһендәге 46-сы лицейҙа асылған. Уҡыусылар ваҡиғаны бер йылдан ашыу көткән. Алып барыусылар «вазифаһына» ҡаты һайлап алыу ойошторолған. Хәҙер тәжрибәле егет-ҡыҙҙар үҙҙәре кастинг үткәрә. Медиаүҙәктә яңылыҡтар сығарылышы әҙерләү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Бында киләсәктә ошо йүнәлеш буйынса һөнәр һайларға теләүселәр ҙә бар.

Киләсәктә мин журналистика факультетында уҡырға теләйем. Бында командала эшләргә, матур, аңлайышлы итеп һөйләргә өйрәндем. Диктор, журналистар менән даими рәүештә ойошторолған оҫталыҡ дәрестәрендә теләп ҡатнашабыҙ.

Камилә Нурисламова, радио алып барыусыһы

Медиаүҙәк ойоштороу «Уҡыусыларҙың урындағы башланғыстарын тормошҡа ашырыу» программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған. Тик грант аҡсаһы барлыҡ ихтыяжды ла ҡапламай. Лицейҙың элекке сығарылыш уҡыусыһы матди ярҙам күрһәткәс, проект ниһайәт, йәнләнә. Ә йәш телевизионсыларҙың эш һөҙөмтәләре менән социаль селтәрҙәрҙә танышырға мөмкин.

Рәзилә Ғиниәтуллина