Өфөнөң Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия тәрбиәләнеүселәре Бөтә Рәсәй хор һәм вокал коллективтары конкурсы финалында ҡатнаша. 35 кешенән торған башҡорт коллективы 3 композиция башҡарасаҡ. Ошо көндәрҙә «Орленок» балалар ял лагерында уҙған тантанала Башҡортостан ҡыҙҙары милли кейемдә республика флагын күтәрҙе.
Бер йыл дауам иткән һайлап алыуҙа илдең 81 субъектынан 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, финалға уларҙың тик меңе генә үткән. Бөгөн финалда Рәсәйҙең 33 төбәгенән 45 ижади коллектив сығыш яһай. Быйыл беренсегә ойошторолған конкурс дауамлы булыр тип күҙаллана.
Тантанала ҡатнашыусыларға конкурс символы һаналған карап формаһында иҫтәлекле сувенирҙар тапшырылды. Һөҙөмтәләр 13 мартта йомғаҡлау сараһында билдәле буласаҡ. Ә ижади смена ике көнгә һуңыраҡ тамамланыр, тип көтөлә.