Ул Дим биҫтәһендәге «Көмөш шишмә» мәсете менән «Әбйәлил йәштәренең яҡташтар ойошма» башланғысында уҙғарылды. Бәйге дини белем үҙләштереүгә теләүселәр араһында барҙы.
Конкурс шарттары буйынса, башта уҡырға талап ителгән әҙәбиәт исемлеге билдәләнә, артабан уның буйынса онлайн викторина уҙғарыла. Тест һорауҙарына уңышлы яуап биреүселәр сираттағы этапҡа һайлап алына.
Быйыл тәүге тапҡыр ойошторолған конкурста төрлө район-ҡалаларҙан 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. 50 кеше тест һорауҙарына уңышлы яуап биреп Өфөлә осрашыу хоҡуғын алған. Халыҡ-ара китап уҡыу конкурсы еңеүсеһенә Умра йәки бәләкәй хаж ҡылыу мөмкинлеге бирелә.