Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тамаша уҙҙы

Яҙҙың һөйөү йыры. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ошондай исем аҫтында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тамаша уҙҙы. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам иткән медицина хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, төҙөүселәр, алғы һыҙыҡтағыларҙың ғаилә ағзалары, гуманитар ярҙам ойоштороусылар саҡырылды. Байрам ҡунаҡтары өсөн бай йөкмәткеле программа тәҡдим ителде. Һөйөү, наҙ һәм иғтибар менән һуғарылған саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, йәм биреүсе, йән биреүсе Ватанға тигән шиғри юлдар гүзәл заттарҙың бар булмышын, асылын сағылдыра. Ысынлап та, беҙҙең йәмғиәтте ҡатын-ҡыҙҙарҙан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Улар ғаилә усағын да һаҡлай, балалар ҙа үҫтерә, үҙ эшендә юғары һөнәри бейеклектәргә өлгәшә, илгә ауырлыҡ килгәндә һүҙе менән дә, эше менән дә ярҙам итә.

Әммә иңендә ниндәй генә ҡатмарлы бурыс ятһа ла, һынауҙар аша үтергә тура килһә лә, гүзәл заттар нәзәкәтлеген, нескәлеген юғалтмай. Залдағы зауыҡлы итеп кейенгән, биҙәнгән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап уларҙы салондар буйлап ҡына йөрөй, тип уйларға мөмкин. Ысынбарлыҡта, һәр береһе үҙ һөнәренең оҫтаһы - кешеләрҙе дауалай, балалар уҡыта йәки йорттар төҙөй. Шул уҡ ваҡытта улар әүҙем граждандар позицияһы менән йәшәй. Мәҫәлән, сибайҙар Луганск халыҡ республикаһына барып мәктәп төҙөүҙә ҡатнашҡан.

Илештән мәғариф ветераны Мәрйәм Шәмсиева махсус хәрби операция башланғас гуманитар ярҙам йыйыуға тотонған. Алғы һыҙыҡтағыларға хәлдән килгәнсе булышлыҡ итеү беҙҙең бурысыбыҙ, ти тәжрибәле педагог.

Сара «Һөйөү һәм рәхмәт менән» тигән девиз аҫтында ойошторолған. Ысынлап та, байрамда бар булмышы, хеҙмәте менән хөрмәт, ихтирам ҡаҙанған гүзәл заттар йыйылған. Ойоштороусылар улар өсөн бай йөкмәткеле программа әҙерләгән. Театр тупһаһы аша үтеп инеү менән сәскәләр гөлләмәһе тапшырыла, гүзәл заттарҙы стилистар сәстәрен матурлау, биҙәндереү өсөн көтөп тора. Ә икенсе ҡатта инде министрлыҡ-ведомстволарҙы етәкләгән ир-егеттәр менән бейергә төшөргә мөмкин. Әкиәт донъяһына килеп эләккән һымаҡ, ти ҡатнашыусылар.

Байрам иғтибарға,наҙға, сағыу тәьҫораттарға бай булды. Гүзәл заттарҙы Башҡортостан башлығы исеменән Максим Забелин тәбрикләне. Беҙ һеҙҙең алда бай эйәбеҙ, тине республика башлығы хакимиәте етәксеһе.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тарафынан байрам ҡунаҡтары өсөн сағыу программа әҙерләнгән. «Яҙҙың һөйөү йыры» тамашаһы гүзәл заттарҙың тормошон яңы төҫтәр менән байытты, байрам кәйефе өҫтәне, яҙ һулышы бирҙе.

Рәмзиә Кәримова