Туңдырмаға ҡайҙан аҡса табырға, нисек итеп кеҫә телефоны һатып алырға? Дәүләкәндә йәшәүсе балалар быны яҡшы белә. Ҡаланың 5-се гимназияһы уҡыусылары финанс грамота курстарын тамамланы. Ярты йылға яҡын финанс белемен арттырған балаларға сертификаттар тапшырылды.
Тиндәр һумдарҙы һаҡлай. Дәүәләкән ҡалаһының 5-се гимназияһы уҡыусылары быны яҡшы белә һәм ғәмәлдә ҡуллана. Аҡса йыйырға улар дәрестән тыш үткәрелгән курста уҡыған.
Ҡатырға ҡумта бәләкәй генә банк ролен үтәй. Иҫәпләү, аҡса менән эш итеү алымдары балаларға ҡыҙыҡлы итеп аңлатыла. Дәрес программаһы психолог һәм методист менән берлектә кескәйҙәр өсөн әҙерләнгән.
Дәүләкән ҡалаһының 5-се гимназияһында финанс грамота курсын өсөнсө кластан етенсегә тиклем 35 уҡыусы тамамлаған.
Дәрес программаһы Бөтә Рәсәй «ЧайлдСкилл» онлайн- платформаһыныҡы. Дәүләкән гимназияһы өсөн ул хәйриә сиктәрендә бушлай үткәрелгән. Проектҡа нигеҙ һалыусы белгес Башҡортостанда тыуып үҫкән егет.
Курс ярты йыл дауам иткән. Уны йомғаҡлау кисәһендә уҡыусыларға сертификаттар тапшырылды.
Рәмилә Исмәҡғилева