Өфөнән Минскиға тура авиарейс асылды

Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Әлегә һауа судноһы аҙнаһына бер тапҡыр, дүшәмбе оса. Рейстарҙы артабан арттырыу мәсьәләһе пассажирҙар ағымына ҡарап хәл ителәсәк. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, был Башҡортостандан атҡарылған берҙән-бер халыҡ-ара авиарейс түгел.

Өфөнән шулай уҡ Үзбәкстанға, Төркиәгә, Берләшкән ғәрәп әмирлектәре, Мысырға, Тайландҡа, яҡын сит илдәр - Әзербайжан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Тажикстанға ла осорға мөмкин. Израиль менән Ҡытайға ла рейс асыу тураһында һүҙ бара.

Дуҫтарса бәйләнештәр тотҡан Беларусь менән авиабәйләнеш беҙҙең өсөн айырыуса мөһим тип белдергән төбәк етәксеһе. Әйткәндәй "Минск" милли аэропортының Табип-сәләмәтлек пункты мөдире Марат Казаев Башҡортостанда тыуып үҫкән. Яҡташыбыҙ тура авиарейстың мөмкинлектәрен яҡын арала баһаламаҡсы.