Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Гүзәл заттарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. “Ҡатын-ҡыҙҙар Ватан яҙмышы өсөн оло яуаплылыҡ тоя. Ир-егеттәр Тыуған ил һағына баҫҡас, беҙҙең ҡатындар берләште, улар яугирҙәргә терәк булып тора, уларҙы ҡаһарманлыҡ ҡылыуға илһамландыра”, - тине Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТантана барышында Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙҙарға дәүләт бүләктәре тапшырҙы. “Аҡбуҙат” журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфө районының Дорогин ауылында йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә. Уны тормошҡа ашырыу өсөн аҡса “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты барышында бүленгән. Дәүләт һатып алыуҙары сайтындағы документтарға ярашлы, мартта подрядсы билдәләнә. Участкала әүҙем ял өсөн зона булдырыла. Йәйәү йөрөү өсөн юлдар, спорт майҙансығы, балалар ҡаласығы була, биләмәне йәшелләндереү өсөн ылыҫлы ағастар ултыртыу ҡаралған.