"Салауат Юлаев "Адмирал" менән дүртенсе уйында еңеү яуланы

Осрашыу  бөгөн  Владивостокта  үтте.   Уйында  бер генә шайба индерелде.  Шулай  итеп  серияла иҫәп тигеҙләште, командалар  икешәр тапҡыр еңде . Киләһе  осрашыу  Өфөлә  9 мартта уҙғарыла.