Бөгөн яҙҙың иң матур һәм сағыу байрамы

Статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн республикала 2 миллион 200 меңдән ашыу кеше  билдәләй. Гүзәл зат вәкилдәре иҡтисадтың бөтә тармаҡтарында ла эшләй.  Һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәттәр күрһәтеү, мәғариф, сауҙа өлкәләрендә, йәмәғәт туҡланыу урындарында ҡатын-ҡыҙҙар өҫтөнлөк итә.