Өфөлә агросәнәғәт форумы һәм халыҡ-ара күргәҙмә уҙғарыла

Уның барышында утыҙға яҡын сара ойоштороу ҡарала. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тармаҡ секциялары, түңәрәк өҫтәлдәр, балалар өсөн дәрестәр, вакансия йәрминкәләре һәм йәштәр йыйыны уҙғарыу ҡарала. “Рәсәй ауылдарының киләсәге” темаһына арналған пленар ултырыш була. Халыҡ-ара күргәҙмә һәм агросәнәғәт форумы 21 мартта башлана, 4 көн дауам итә.