Табиптар, уҡытыусылар, ашнаҡсылар, төҙөүселәр, тәрбиәселәр һәм һауынсылар. Әммә бөгөн уларҙың барыһы ла аҡһөйәктәр, юғары йәмғиәт вәкилдәре. Улар кинәнеп классик көйҙәр тыңланы, шампан шарабынан ауыҙ итте. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан бер төркөм гүзәл заттар дәүләт наградалары, маҡтау ҡағыҙҙар менән билдәләнде.
Ни бары ете нота ҡатын-ҡыҙҙы бәхеттең етенсе ҡатына күтәрә. Көндәлек тормоштоң йылдам көйөнә баҫып өйрәнгән гүзәл заттар өсөн Дворжактың Юморескаһы танһыҡ ҡына. Донъя мәшәҡәттәренән, йорт эштәренән онотолоп бер-аҙ тын алып ҡалыу форсаты.
Ҡатын-ҡыҙҙың тынғыһыҙ тормошонда оркестр уйнауы ла яңылыҡ һәм оло ҡыуаныс. Ләкин тап шул тынғыһыҙлыҡ, фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн гүзәл заттар бөгөн юғары наградалар ала.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, залға тотош республиканың бар яҡтылығы тупланған. Наградаға эйә булыусы гүзәл заттар һәр береһе үҙ һөнәре, эшләгән тармағын яҡтырта, башҡаларға маяҡ булып тора.
Комплиментты бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарға һәр көҙгө, һәр телефон камераһы өндәшә. Һәм бындай мәлде ғүмерлеккә хәтергә ҡалдырыу һәр гүзәл заттың тормош маҡсатына әйләнә. Әммә бындай ваҡыттар бер мәл генә. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бейек үксәле туфлиҙарҙы гардеробҡа тапшырылған итектәргә алмаштырып йорттарына ашыға.
Айнур Кәбиров