Юбилей сараһы сиктәрендә баш ҡалала һәм Өфө районында йәш инспекторҙар ҡатнашлығында тематик саралар үтте. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Ралина Рәхмәтуллина Ғафури районы Еҙемҡаран мәктәбенең 5 класында белем ала. Ралина һүрәт төшөрөү менән мауыға. «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен төшөрәм» республика конкурсында өсөнсө урын яулаған. Былтыр республикала бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 449 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Һүрәттәр күргәҙмәһендә йәйәүле балалар, электр транспоты менән идара итеүсе йәштәр, эскеселеккә ҡаршы өндәгән плакаттар урын алған. Ралина Рәхмәтуллина үҙенең ижадында юлда иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә өндәй. Кешегә ғүмер бер генә бирелә, тигән фекерҙә йәш рәссам.
Быйылғы уҡыу йылында абруйлы конкурсҡа 38 райондан 216 эш тәҡдим ителгән. Өфө районы Пикунов исемендәге Дорогин урта мәктәбендә ойошторолған тантаналы сарала юл ҡағиҙәләрен өйрәнеүҙе пропагандалаусы ҡылҡәләм оҫталарына махсус дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Республикала 2000 ашыу юл хәрәкәте йәш инспекторҙары отрядтары 23 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙҙы берләштерә. Дорогин мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары КВН-лигаһында сығыш яһай, Бөтә Рәсәй фестваль-форумдарында ла әүҙем ҡатнаша.
Башҡортостанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәм үтәү балалар баҡсаһынан уҡ башлана. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына ла әүҙем йәш инспекторҙар араһында Ҡандра ауылынан 4-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә бар. Бәләкәстәр уҡытыусылары Лариса Хәбибуллина етәкселегендә юл ҡанундарын кесе йәштән үк өйрәнә. «Хәрәкәт хаҡында» Нефтекама үҫмерҙәренең йәш инспекторҙар отрядында ҡатнашыусыларға ла юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының рәхмәт хаттары тапшырылды.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге отрядтарында шөғөлләнеүсе йәш инспекторҙар тантаналы осрашыуҙан һуң ретро автомобилдар музейында экскурсияла булды. Юлдағы тәртип ябай ҡағиҙәләр үтәлешенә ҡайтып ҡала. Йәш быуындың яуаплы, иғтибарлы булып үҫеүе -тәрбиәнең бер өлөшө. Юл ҡағиҙәләрен төплө өйрәнеүсе үҫмерҙәрҙең һәм уларҙың остаздарының маҡсаты бер- юлдарҙа хәүефһеҙлек булдырыу.
Гүзәл Борханова