Өфөлә күпер һәм яһалма ҡоролмалар эргәһендә боҙҙо бысыу һәм ҡарайтыу эштәре башланды

Башҡортостанда яҙғы ташҡындан һаҡланыу саралары күрелә. Өфөлә лә күпер һәм яһалма ҡоролмалар эргәһендә боҙҙо бысыу һәм ҡарайтыу эштәре башланды. Баш ҡала эргәһендә ул 9 урында дауам итә.

Белгестәр фекеренсә, быйыл ҡыш сағыштырмаса һыуыҡ булыу сәбәпле, боҙ ҡатламы ҡалын. Алдағы йылдарҙа 70-75 сантиметр булһа, әле ул метрға яҡын. Һыу кимәле күтәрелгәндә, күпер таяуҙары тәңгәлендә тығындар хасил булмаһын өсөн боҙ урыны менән бысыла һәм өҫтөнә ағас күмер һибелә.

Боҙ өҫтөндә сыҡҡан хеҙмәткәрҙәрҙең дә именлеге тәьмин ителә. Эш башлау алдынан улар хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үтә.