Төбәк хужалыҡтары яҙғы сәсеүгә әҙерләнә

Республикала илленән ашыу предприятие орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнә, уларҙың ун бере Илеш районында урынлашҡан. Урындағы хужалыҡтар быйыл һатыуға ун дүрт мең тонна сәсеү материалы әҙерләгән. Лаборатория тикшеренеүҙәре буйынса орлоҡтоң сифаты һәм ҡыш сығыусы ужым культуралары хаҡында киләһе яҙмала.

Температура режимы егерме градустан юғары ҡуйылған. Билдәләнгән ваҡыт эсендә ике йөҙ бойҙайҙың күпмеһе шытыуына ҡарап, һәр сорт культураның үҫеш энергияһы, сығыш проценты асыҡлана. Шулай уҡ лаборатория белгестәре тикшереү барышында таҙалыҡ, дым, масса күрһәткестәрен дә ҡарай.

Игенселек менән шөғөлләнгән хужалыҡтар өсөн был мәғлүмәттәр бик мөһим. Сөнки яҙғы сәсеүҙә орлоҡтоң сифатына ҡарап, киләһе уңышҡа нигеҙ һалына.

Илеш районы хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәренә етди әҙерлек бара. Барлығы етмеш мең гектар майҙанда сәсеү эштәре башҡарыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта орлоҡҡа ихтыяж юҡ. Сөнки Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы тарафынан билдәләнгән планға ҡарата уның күләме ике тапҡырға күберәк, 26 мең тонна сәсеү материалы әҙерләнгән.

«Ялалов» предприятиеһын ғына алайыҡ, келәттәр тулы. Хужалыҡ туҡһанынсы йылдарҙан алып орлоҡсолоҡ йүнәлешен үҫтерә. Элиталы сорттарға өҫтөнлөк бирелә. Улар йыл да сәсеү алдынан яҡындағы район хужалыҡтарына оҙатыла. Әммә быйыл һорау әҙерәк.

Хужалыҡ ҡарамағында 1200 гектар ер, быйыл биш төрлө культура үҫтереү ҡаралған. Ҡеүәтле техника өлөшләтә яңыртылған. Яғыулыҡ-майлау материалдары әҙер, минераль ашламалар ҙа тупланған.

«Ғәйнетдинов» ауыл хужалығы предприятиеһында алты мең ярым гектар сәсеүлек майҙаны, уның бер мең гектарында былтыр көҙҙән ужым культуралары ултыртылған. Агроном Рәдис Борханов билдәләүенсә, алынған монолиттарҙа бойҙайҙың үҫеше, фитосанитар торошо уртаса кимәлдә.

Былтыр Илеш районы хужалыҡтарында ужым бойҙайы һәм арыштың гектар ҡеүәте яҡынса 35-40 центнер тәшкил иткән. Ауыл эшсәндәре быйыл да ошо уҡ күрһәткес һаҡланыр, юғарыраҡ булыр тип ышана.

Гөлназ Хәйбуллина