Беҙгә һеҙҙең бәхетле булыуығыҙ бик мөһим. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика ҡатын-ҡыҙҙарын 8 март менән ҡотланы. Социаль селтәрҙәрҙә ул былай тип яҙған: «Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, байрамығыҙ менән! Һаулыҡ, шатлыҡ һәм мөнәсәбәттәр йылыһы теләйем. Беҙгә, ир-егеттәргә, һеҙҙең бәхетле булыуығыҙ бик мөһим, ул саҡта барыһы ла бәхетле. Һәм беҙ бының өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Бөтәһенә лә тыныслыҡ!»,- тип теләгән Радий Хәбиров.