Ҡотҡарыусылар иҫкәртеү маҡсатында рейдҡа сыҡты

Байрамды ла боҙ өҫтөндә. Халыҡ -ара ҡатын ҡыҙҙар көнө булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер ирҙәр был көндө яратҡан кешеләре менән түгел, ә тәбиғәттә, йылға буйында, боҙ өҫтөндә балыҡ тотоп уҙғарыуҙы хуп күрә. Ултырһындар өйҙә, тик шуныһы, яҙ яҡынлашҡан һайын был шөғөл хәүеф тыуҙыра бара. Шуға күрә ҡотҡарыусылар байрам тип ҡарап тормай рейдҡа сыға. Әлегә иҫкәртеү маҡсатында ғына.

Бер ике сәғәт булам да ҡайтам хәҙер инде тиҫтәләрсә йылдарға һуҙылған. Фәдис Имаметдинов 84-се йәшен ҡыуыға ҡарамаҫтан, ҡармағын ташламай. Форсат сыҡҡан һайын йылға буйына ашыға. Бына бөгөн дә байрам тип ҡарап тормай боҙ өҫтөнә килгән. Ҡомар үҙенекен итә, әммә хәүефһеҙлек тәү сиратта, ти тәжрибәле балыҡсы.

Әммә бар балыҡсылар ҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп бармай. Ҡомарын, әллә нәфсеһенме тыя алмай боҙ өҫтөндә һуңға тиклем ҡала. Ундайҙар менән ҡотҡарыусылар эш аплып бара. Дөрөҫ, тәүҙә иҫкәртеү рәүешендә генә.

Ә инде ҡаты язаны боҙ ҡалынлығы ете сантиметрҙан да кәмегәс кенә бирергә мөмкин. Ҡағиҙәләрҙе иңҡар итеүсе балыҡсыларға штраф һалына. Әлегә иһә Өфө янында Ағиҙел йылғаһын ҡаплаған боҙ ҡалынлығы һикһән сантиметрға етә.

Айнур Кәбиров