Ишембайҙа «Мәке уйып балыҡты ҡотҡар» акцияһы үтте

Күлде тонсоғоуҙан азат итеү сараһына мәктәп уҡыусылары дәррәү ҡушылды. Эколог, ирекмән Миҙхәт Хәсәнов уларға мәке уйыу буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Шул уҡ ваҡытта урындағы хакимиәттә ойошторолған кәңәшмәлә һәр ауыл биләмәһендә һыу ятҡылыҡтары өсөн яуаплы кеше билдәләргә тәҡдим ителде. Балыҡсылыҡҡа мәшғүллек үҙәктәре аша уҡыу мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт еткерелде. Ә инде мәке уйыу буйынса экологик акцияны даими уҙғарырға ҡарар ителде.