Стәрлетамаҡ районы Бүреҡаҙған халҡы ауылдың 3 быуатлыҡ юбилейына әҙерләнә

Юбилейға самолет һәм музей. Стәрлетамаҡ районы Бүреҡаҙған халҡы ауылдың 3 быуатлыҡ юбилейына әҙерләнә. Концерт номерҙары репетицияларынан башҡа, урындағылар биләмәлә музейҙы тергеҙеү һәм самолет макетын урынлаштырыу маҡсатында эш алып бара. Бының өсөн халыҡҡа матди ярҙам талап ителә. Ауылдаштарға ни өсөн осоу аппараты кәрәк? Яуап киләһе яҙмала.

«Йәш йөрәктәр» халыҡ йыр ансамбле - Бүреҡаҙған ауыл мәҙәниәт йортондағы 4 ижади коллективтың береһе. Төркөм 3 тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт дауамында хаҡлы ялдағы һәүәҫкәр йырсыларҙы берләштерә. Коллективтың иң өлкән ағзаһына 81 йәш. Ауыл юбилейы байрамына артистар Атайсалы тураһында йыр ҙа ижад иткән.

3 быуатлыҡ ауыл тарихы урында мәсет төҙөүҙән башлана, тип иҫәпләй халыҡ. Уға тиклем урында халыҡ урынлашҡан булһа ла, быны раҫлаусы рәсми ҡағыҙҙар юҡ. Элекке мәсет бинаһы, әлбиттә, һаҡланмаған. Яңыһына XXI быуат башында нигеҙ һалына. Бөгөн иман йортонан кеше өҙөлмәй. Дин нигеҙҙәрен уҡытыу буйынса дәрестәр ҙә ойошторолған.

Ауылдаштар күптән мөһим маҡсат менән янып йәшәй. Урындағылар биләмәлә самолет макетын ҡуйырға теләй. Башланғыс Бөйөк Ватан һуғышындағы ваҡиғаға барып тоташа. 1943 йылда ауыл халҡы 100 мең һум аҡса йыйып, һалдаттарға ярҙамға истребитель һатып алыуға ирешә. Бындай күренеш республика тарихында ике тапҡыр ғына ҡабатлана. Бөгөн был аҙым тураһында хәтерҙе мәңгеләштереү - халыҡтың төп патриотик маҡсаты.

Урында йәшәүселәрҙең тағы ла бер маҡсаты - ауылда тарих музейы асыу. Бының өсөн халыҡ үҙе аҡса йыя. Төҙөлөш эшен йәйгә тамамларға ниәтләйҙәр. Ә бина урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән.

Рәзилә Ғиниәтуллина