Уңғандар донъя биҙәге. Стәрлебаш районы Баҡый ауылында йәшәүсе Люциә Шәфиева тирә-яҡҡа сәғәт оҫтаһы булараҡ билдәле. Өйөндә уларҙың йөҙләп төрө һаҡлана. Сәғәт оҫтаһы менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Был өйҙәге сәғәттәр бер ҡасан да туҡтамай. Таштан, суйындан яһалғаны, антиквар, стенаға ҡуя торғаны һәм ҡулға таға торғандары. Йәҙҙән ашыу сәғәт араһында Люциә Шәфиева 19-сы быуат тауышын да ишеттереп күрһәтте.
Ҙур һәм бәләкәй, яңы һәм бороңғо механизмдарҙың үҙ көйө, үҙ тауышы. Люциә Хәлиулла ҡыҙы осраҡлы ғына сәғәт оҫтаһы булып китә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, 1972 йылда Өфөгә тегенсегә уҡырға килә. Ләкин яҙмыш уны бөтөнләй икенсе һөнәргә йүнәлтә.
Уҡыу йортон 2-се разряд алып тамамлаған Люциә Шәфиева тәүҙә тыуған яғында эшләй, һуңынан ғаиләһе менән Яр Саллыға күсә. Унда 200-ләгән йәш оҫтаны уҡыта, тәжрибә уртаҡлашып, сәғәт телен аңларға өйрәтә. Люциә Хәлиулла ҡыҙы 45 йыл хеҙмәт стажына эйә, яратҡан шөғөлөн әле лә ташламай. Сәғәттәрен ремонтҡа алып килеүселәр ҙә кәмемәй.
Сәғәт телдәре һуҡҡан һайын тағы ла йәшәге, эшләге килә, ти оҫта. Ул ваҡыт күрһәтеүсе ҡоролмалар тураһында барыһында да белә кеүек. Сылбырҙары баҡырҙан, ә үҙе ағастан яһалған был сәғәт - иң ҡәҙерлеһе һанала. Уның нисәнсе йылғы икәнлеген аныҡ ҡына әйтеп булмай.
Люциә ханым ваҡыт артынан ҡыумай, йәшәүҙең ҡәҙерен белеп донъя көтә. Сәғәт коллецияларынан тыш, өйҙә инкубаторҙа себештәр баҫтыра, үрсетмәләр үҫтерә, мәрйендән картиналар эшләй. Тәҙрә төбөндә емеш биргә лимон Люциә Хәлиулла ҡыҙы өсөн айырыуса ғорурлыҡ.
Әлфинә Килдейәрова