Башҡортостан каратэ оҫталары Пензала миҙалдар яуланы

Турнирҙа 10 йәштән 16 йәшкә тиклемге спортсылар ҡатнашты. Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика вәкилдәре бер алтын һәм 6 бронза наградаға лайыҡ булды. Турнирҙа илдең төрлө төбәктәренән меңдән ашыу йәш спортсы ҡатнашты.