Өфө “Нуриев миҙгелдәре”н ҡаршылай

Сара бөтә донъяға билдәле легендар артист һәм хореограф Рудольф Нуриевҡа 85 йәш тулыуға арналған. Халыҡ-ара мәҙәни проект 2 апрелгә тиклем Мәскәү, Өфө һәм Ҡазанда уҙа. “Нуриев миҙгелдәре”  Мәскәүҙә Италия кинорежиссеры Марио Ланфранки төшөргән “Венеция, Карнавал, Мөхәббәт” фильмы һәм Аричи Грацианоның ошо уҡ исемдәге фотокүргәҙмәһе менән асыла.