Магнитогорск ҡалаһынан Башҡортостанға килгән туристар ҡар әсирлегендә ҡалған

Магнитогорск ҡалаһынан Башҡортостанға килгән туристар өсөн байрам күңелһеҙ тамамланған. Көслө ҡар яуыуы һөҙөмтәһендә улар ҡар әсирлегендә ҡалған.

8-се мартта 10 кешенән торған төркөм Баймаҡ районы Ғәҙелшә шарлауығына туристик походҡа юлланған. Әммә һауа торошо насарайыуы сәбәпле, ҡайтыр юлда туристарҙың машиналары көрткә бата.

Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ҡаргиҙәрҙә туристарға ярҙамға юллана. Киске туғыҙынсы яртыла туристарҙың тәүге партияһы, шул иҫәптән 16 йәшлек үҫмер ваҡытлыса пунктҡа оҙатыла. Киске сәғәт 11ҙә Магнитогорск ҡалаһынан килгән төркөм Сибай ҡалаһына эвакуациялана.

Ҡотҡарыусылар турпоходҡа юлланыусыларҙы үҙҙәренең хәүефһелеген тәьмин итеү һәм ваҡытлы ярҙам алыу өсөн мотлаҡ теркәү үтергә өндәй. Бынан тыш маршрутты теүәл өйрәнергә, һауа торошо менән алдан ҡыҙыҡһынырға кәрәклеген иҫкәртә.