Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында сәләмәт тормошҡа әйҙәп уҙғарылған сара үтте

Айыҡ ауылда- айыҡ урамдар. Үҙенсәлекле акция Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында үтте. Сәләмәт тормошҡа әйҙәп уҙғарылған сарала БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты.

Ауылдың яңы биҫтәһендә 26 урам, бында башлыса йәш ғаиләләр төпләнгән. Айыҡ ауылда- айыҡ урамдар акцияһында 5 ғаилә - Ҡыҙрасовтар, Ҡасҡыновтар, Мөхәмәтйәновтар, Ласыновтар, Аҡтаевтар үҙ ара-спорт ярышында көс һынашты. Ғаилә менән саф һауала әүҙем ял итеүгә ҡоролған байрам милли уйындар, йыр -моң менән үрелеп барҙы. Конкурсанттар тоҡ кейеп тә, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып та йүгерҙе.

Иҫке Сибай ауылында барлығы 9 округ, ул 48 урамдан тора. Үҙенсәлекле акция сиктәрендә, һәр округ үҙ сараһын ойоштора. Ауылдың беренсе һәм икенсе округтары урындағыларға Ҡышҡы һабантуй уҙғарҙы. Ул үҙ эсенә спорт ярыштарын алды.

Айыҡ ауыл республика проекты сиктәрендә, Иҫке Сибайҙа конкурс башланғандан алып сәләмәт һәм айыҡ тормошто пропагандалаған йөҙҙән ашыу сара ойошторола. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла.

Альбина Байегетова