Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бәйле республика театрҙарында байрам ташамалары уҙҙы

Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театр берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры коллективы килгән тамашасыларға оҫталар күргәҙмәһен ойоштороп, бүләктәр өләште. Еңеүселәр осраҡлы билеттар ярҙамында һайлап алынды.

Сарала ҡатнашыусылар өсөн махсус ойошторолған фотозона ла байрамға матур биҙәк өҫтәне. Ижади төркөм «Минең ҡатынымдың исеме Морис» исемле комедияһын сәхнәләштерҙе. Театр репертуарынан төшмәгән әҫәр бөгөн дә аншлаг менән үтте.