Ялдан һуң яуға. Өфөлә Рәсәй геройы Алексадр Доставолов батальоны яугирҙары махсус хәрби операцияһы биләмәһенә юлға сыҡты. Республика хәрби саҡырылыш пунктында батырҙарҙы яҡындары һәм туғандары оҙатып ҡалды. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина репортажы.
Хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында әүҙемлек. Майҙанда ғәҙәттәгесә, срочниктар түгел, ә халыҡ батальоны яугирҙары. Һалдаттар менән бергә туғандары, яҡындары, ауылдаштары килгән. Ҡуҙғалыу ваҡытына тиклем берәүҙәр яугир менән фото төшөп ҡалырға ашыға, бәғзеләр һалдатҡа юлға кәрәк-яраҡ, күстәнәс барлай. Республиканың төрлө нөктәләренән барҙар.
Ихлас күҙ йәштәре, көслө ҡосаҡлауҙар һәм һаубуллашыу һүҙҙәре. Балалар аталарының ҡулын һыйпап, көслө яурындарға башын һала. Майҙандағы төрлө йәш һәм һөнәр эйәләре булған һалдаттарҙы бер сифат берләштерә: улар барыһы ла Ватан һағына үҙ ирке менән баҫҡан. Сафтағылар араһында «Ралли» атамалы яугир ҙа бар. Батальон туплау башланғас та, икеләнмәй хәрби сафҡа баҫа.
Яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә республика башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов оҙатып, төбәк башлығы сәләмен еткерҙе. Оҙатыусыларҙың теләге бер: ҡәҙерле кешеләре имен-һау әйләнеп ҡайтһын.
Хәтерегеҙгә төшөрбеҙ, республикала тағы ла «Ватан», «Төньяҡ Амурҙары» һәм «Даян Мурзин» исемдәрен йөрөтәсәк 3 ирекле батальон туплана. Ирекмәндәр сафына 60 йәшкә тиклемге ирҙәр ҡабул ителә. Әле 250-гә яҡын ир-егет тыныслыҡ өсөн көрәшеүгә ризалығын белдергән. Ирекмәндәр араһында офицерҙар, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар ҙа бар.
Рәзилә Ғиниәтуллина