Туймазы районында теркәлгән авария һөҙөмтәһендә өс кеше йәрәхәтләнгән

Мәскәү - Япрыҡ - Туймазы юлының 12се саҡрымында ВАЗ-21099 машинаһы менән идара иткән 62 йәшлек водитель ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм Камаз йөк машинаһы менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе, уның 38 йәшлек ҡыҙы һәм 13 йәшлек ейәнсәре төрлө тән йәрәхәттәре ала. Осраҡ буйынса тикшереү эше бара. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юлда иғтибарлы булырға, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡанда уйланмаған хәрәкәттәр эшләмәҫкә саҡыра.