Еңеүселәр бер быуатлыҡ лицейға ҡабул ителә. Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатта олимпиада үтә. Ул 27 мартта башлана. Яҡшы һөҙөмтә күрһәткән балаларға белем усағында уҡыу мөмкинлеге бирелә. Уҡытыусы Зөлфиә Сәйфуллина беҙгә ошо турала хәбәр итте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт2-се лицейҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти, яугир-шағирҙар Батыр Вәлид, Мөхәмәтйәров Хәй, Хөрмәт Хәйри, республиканың беренсе мәғариф министры Фатима Мостафина уҡыған. Киләһе йылда белем усағы асылыуға 100 йыл тула.