Түбәнең 20 квадрат метр майҙаны емерелеп төшкән. Осраҡ һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ, йорт ишелеү ҡурҡынысы юҡ. Күҙаллауҙар буйынса ҡыйыҡ еүеш ҡар өйөмөн күтәрә алмаған. Был хәл буйынса Өфөнөң Орджоникидзе районы прокуратураһы тикшереү башлаған.