Уҙған йыл Туймазыла мебель кластеры ойошторолһа, быйыл заманса сәнәғәт технопаркын сафҡа индереү планлаштырылған. Резидент булараҡ сығыш яһаясаҡ компанияларға дәүләт ярҙамында үҫеш мөмкинлектәре лә киңәйә. Көнбайыш баҫымына ҡарамай иҡтисадты үҫтереү, импортты алмаштырыу йүнәлешендә һөҙөмтәле эш алып барыу мөмкинлектәре профилле ведомствоның күсмә коллегияһында ла ҡаралды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Туймазылағы «Корона» предприятиеһында етештереү ҡеүәттәрен арттырыу, продукция ассортиментын байытыу йүнәлешендә уңышлы эш алып барыла. Яңы цех һәм склад майҙандары сафҡа инеүе быға асыҡ дәлил. Сәнәғәт майҙансығын асыу тантанаһында Республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Инвестиция проектының дөйөм хаҡы - 450 миллион һум. Кредит буйынса процент ставкаһын өлөшләтә ҡаплауҙа, заманса ҡорамалдар, сеймал һәм материалдар менән тәьминәттә республиканан ҙур ярҙам күрһәтелгән.
18 йыл элек ғаилә тарафынан ойошторолған бәләкәй генә цех бөгөн федераль кимәлдә абруй яулаған компания. Матрас сығарыу буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй. Былтыр предприятие нигеҙендә республиканың мебель кластеры ла ойошторолғайны, бында хәҙер ике тиҫтәгә яҡын ойошма берләшкән. Федераль кимәлдә уңышлы башланғыс.
Уҙған йыл һөҙөмтәләренә ярашлы, Башҡортостан кластерҙар һаны буйынса илдең алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде.
Рәсми ҡунаҡтар Туймазылағы автонобетоновоздар заводы эшмәкәрлеге менән дә танышты. Ул Рәсәйҙә бетон насосы техникаһы етештергән берҙән-бер компания һанала. Шул уҡ ваҡытта йөк ташыу өсөн транспорт сараһы производствоһы ла яйға һалынған.
Завод базаһында «Мастер» тип исемләнгән заманса сәнәғәт технопаркы булдырыу ҡаралған. Биләмәләге буш торған корпустарҙы төҙөкләндергәндән һуң бизнес алып барыуға 20 меңдән ашыу квадрат метр майҙан барлыҡҡа килә. Республика башлығы Радий Хәбиров технопарктың беренсе сираты менән танышты, әлегә бында резиденттар пулы билдәләнә
Күләмле проект республика һәм Камаз компанияһы менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Башҡортостан сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы тарафынан сәнәғәтте үҫтереү буйынса стратегик концепция булдырылған. Технологик суверенитетты арттырыу, инфраструктураны үҫтереү, ресурстар менән тотороҡло тәьминәт һәм юғары етештереүсәндек кеүек өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнгән. Шул уҡ ваҡытта фән һәм бизнес араһында күпер һалыу ҙа мөһим.
Төбәктең иҡтисади торошо Производство секторының һөҙөмтәле эшләүенә бәйле. Был юҫыҡта Республикала алып барылған сәйәсәт Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы рейтингында ике тапҡыр еңеүсе булды. Уҙған өс йылда сәнәғәт производствоһы индексы ун процентҡа артҡан. Көнбайыш санкция баҫымы булыуға ҡарамаҫтан, тотороҡло үҫеш күҙәтелә. Етештерелгән продукцияның етмеш проценттан ашыуы эшкәртеүсе производстволарға ҡарай. Улар үҫеш нөктәләре булараҡ билдәләнгән.
Гөлназ Хәйбуллина