Башҡортостандың химия һәм нефть химияһы сәнәғәте үҙәге булып торған ҡалаларҙа һауаны таҙартыу маҡсатында инвестициялар йәлеп итеү өсөн уңайлы мөмкинлек. Бөгөн был программа илдең 12 ҡалаһында эшләй. Ошо һәм башҡа экология мәсьәләләренә арналған брифинг Башҡортостан юлдаш телеканалында уҙҙы.
Программаға ярашлы, илдең Экология министрлығы, төбәк һәм предприятие араһында өс яҡлы килешеү төҙөлөү һөҙөмтәһендә газ-мотор яғыулығында эшләүсе транспорт бүлеү, һауалағы зарарлы ҡатнашмаларҙың миҡдарын үлсәү системаһын көйләү һәм башҡа саралар ҡаралған. «Сода» компанияһы һәм «Газпром нефтехим Салауат» программала ҡатнашыу теләген раҫлаған да инде.
Әңгәмә барышында Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау федераль хеҙмәтенең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығының етәксеһе Роман Болотов белдереүенсә, ҡалдыҡтарҙың зыянын кәметеү предприятиеларҙа эшләп килгән етештереү-экология контроленең дә яуаплылығына инә. Шул рәүешле урында эштәрҙе йәнләндереү мөһим.
Яңыраҡ сәнәғәт ҡалаларындағы һауала зарарлы матдәләрҙең миҡдары артыуы теркәлгәйне. Мәсьәләне белгестәр елһеҙ һауа торошона бәйләй. Уны хәл итеү өсөн предприятиеларға ҡыҫҡа мөҙҙәтле план әҙерләргә ҡушыла.