Радий Хәбиров 2022 йыл һөҙөмтәләрен баһалап шулай тип белдерҙе. Республика Башлығы әйтеүенсә, Башҡортостан ҡатмарлы осорҙо лайыҡлы үтә. Хеҙмәт коллективтары һаҡланды, улар тотороҡло эшләй. Уҙған йылда етештереү 2,7 процентҡа артҡан. - Ике йыл рәттән Башҡортостан Рәсәйҙә сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлеге рейтингында беренсе урынды биләй. Республикала шулай уҡ кластерҙар үҫешә, - тине Радий Хәбиров.