"Известия" хәбәр итеүенсә, парктарҙа махсус маршруттар, хайуандарҙы йөрөтөү өсөн биләмәләр асыу, ҡалдыҡтарҙы ташлау өсөн һауыттар урынлаштырыу мөмкинлеге ҡарала. Бындай йөкләмә йорттарҙы төҙөгәндә үк алынырға тейеш. Башланғыс менән Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сыҡҡан. Эт йөрөтөү биләмәһен булдырыу өсөн 10 миллион һумға тиклем аҡса кәрәк була.