Транспорт Өфөгә юл тотҡан булған. Салонда 30 пассажир булған, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте. Бәхеткә, юл- транспорт ваҡиғаһында һәләк булыусылар юҡ, бер кеше йәрәхәтләнгән. Пассажирҙарҙың барыһы ла салондан үҙ аллы сыҡҡан. Улар резерв автобус менән сәфәрен дауам иткән. Авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә 16 кеше һәм 5 берәмек техника йәлеп ителгән.